Архангел районының Асҡын ауылы халҡы автомобиль күпере хаҡында хыяллана. Сөнки ауылға йылға кисеүе йәки йәйәүлеләр өсөн һалынған ағас күпер аша ғына эләгергә мөмкин. Асҡындар проблеманы урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашып хәл итергә ниәтләй. Ауыл бөтә Рәсәйгә билдәле мәмерйә янында урынлашыуы менән үҙенсәлекле, бында илдең төрлө төбәктәренән ғалимдар, туристар килә. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Тәүҙә урман-ҡырҙар аша ҡаргиҙәрҙә, артабан баҫҡыс буйлап менергә. Асҡын боҙ мәмерйәһенә килеүселәр йылдан-йыл арта, бында туристар Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ағыла. Асҡын мәмерйәһендә меңәр йыллыҡ тарихы булған боҙлауыҡтарҙы һәм бейеклеге 11 метрҙан ашҡан сталагмиттарҙы күрергә мөмкин.
Асҡын мәмерйәһенең асылмаған серҙәре күп. Боҙҙа хайуандар һөйәктәренең эҙҙәрен күрергә мөмкин. Ә ҡая таштарында ғәрәп телендә, латин, кириллица хәрефтәре менән яҙылған яҙмалар һаҡлана. Ғалимдар фекеренсә, Асҡын мәмерйәһе фәнни яҡтан төплө өйрәнеүҙе талап итә. Сөнки был ерлектең борон диңгеҙ төбө булыуы ихтимал. Әле белгестәр махсус ҡоролмалар ярҙамында боҙ донъяһындағы дымлылыҡты, диуарҙарҙың температураһын, ел көсөн анализлай.
Боҙ донъяһының мөғжизәһе менән танышырға теләүселәр күп. Әммә Асҡын ауылына килеп етеү еңел генә түгел, ағас күпер аша үтергә, йәки йылғаны кисеү аша сығырға кәрәк. Ерле халыҡ проблеманы урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы ярҙамында хәл итергә йыйына. Улар еңел автомобилдәр һәм микроавтобустар үтерлек күпер һалдырырға ниәтләй, оҙонлоғо 10, киңлеге 4 метр ярым тирәһе булырға тейеш. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн бер миллион һумдан ашыу аҡса талап ителә, ауыл халҡы үҙҙәре лә финанс ярҙам күрһәтергә әҙер.
Әлеге ваҡытта Асҡын ауылында 20-ләп кенә кеше йәшәй. Әммә тораҡ пункт йылдан-йыл үҫә, ҙурая бара. Сөнки хозур тәбиғәт ҡосағына күсеп килеүселәр һаны арта. Киләсәктә был ерлек турист үҙәгенә әүерелер, Асҡын боҙ мәмерйәһенең серҙәре тағы ла күберәк кешене йәлеп итер тип көтөлә.
Р. Кәримова



