Хәйбулла районы Бүребай ауылы мәктәбендә «Селтәр-ул тормош» акцияһы уҙҙы

Сара «Беҙ бергә-көс» хәйриә фонды башланғысы менән ойошторолдо. Ирекмәндәр Миңлеғәле Шайморатов класы уҡыусыларына хәрбиҙәр өсөн маскировка селтәрҙәре үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Балалар махсус хәрби операция яугирҙарына әүҙем ярҙам итә: гуманитар ылау йыя, һалдаттарға хаттар яҙа һәм уларҙың ғаиләләренә булышлыҡ итә. Һәр үрелгән селтәр алғы һыҙыҡтағы һалдаттар өсөн һаҡланыу сараһы булып тора. Был акция йәш быуындың өлкәндәр менән бергә дөйөм Еңеүгә үҙ өлөшөн индереүен күрһәтә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ