Бер тәүлек эсендә күп балалы ике ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды. Сәбәбе-янғын. Бәхетһеҙ осраҡ Иглин һәм Шаран райондарында теркәлде. Зыян күреүселәр бар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан белдереүҙәренсә, йыл башынан алып янғын сығыу осраҡтары, утта һәләк булыусылар артыуы кҙәтелә. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
16 йәшен ҡаршылаған Ильяс тыуған көн табыны күҙ асып йомған арала фажиғәғә әйләнер тип күҙ алдына ла килтермәй.Янғын һүндереүселәр фаразынса, электр линияһындағы ҡыҫҡа ялғаныш арҡаһында ағас йортто ут ялмай. Көслө ут тиҙ арала веранданан бүлмәләргә лә тарала. Йортта байрам табынына йыйылған һигеҙ кеше тәҙрә аша тышҡа сығарыла.
Йөҙ квадрат метр майҙанды биләгән ағас йорт егерме биш йыл элек төҙөлгән. Торлаҡта ете кешенән торған күп балалы ғаилә йәшәгән. Бәхеткә күрә, балалар зыян күрмәй, әммә ут бөтә мөлкәткә тоҡанып эшлектән сығара.
Йорт хужаһынан тыш, ҡалғандар документтарын алып, бишмәттәрен тышҡа ташлап өлгөрә. Бәхеткә күрә, барыһы ла иҫән.Әммә янғында ике бесәйҙәре һәләк була. Ағас йортто тергеҙеү мөмкин түгел.
Ғаиләне әле дуҫтары һыйындырған. Янғындан зыян күреүселәрҙе Иглин районы хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары ҡабул итте, сетерекле хәлдән сығыу буйынса консультациялар үткәрҙе. Ғаиләгә йорт төҙөү өсөн бура бүлеү мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителәсәк.
Янғындан зыян күреүсе ғаиләгә Иглин районы хакимиәте башлығы, юнармия хәрәкәте ағзалары, «Бөтәһе лә Еңеү өсөн» штабы ирекмәндәре йылы кейемдәр, аҙыҡ-түлек, көндәлек кәрәк-яраҡтар, һауыт-һаба менән ярҙам итте. Бәләгә осраған ғаиләгә аҡсалата матди ярҙам да ойошторолған.
Шаран районының Салмалы ауылында сыҡҡан янғын да фажиғәле тамамлана яҙа. Бер ҡатлы ятаҡ бүлмәһендә ут тоҡана, күршелә тағы ла бер-нисә ғаилә йәшәгән.
Гөлназ Гәрәева ғаиләһенең икенсе йорто бар, әммә ул әлегә зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылмаған. Уңайлыҡтар булмағас, ғаилә унда күсенеп йәшәй алмай. Хакимиәттә мәсьәләне хәл итергә ярҙам итергә вәғәҙәләйҙәр.
Йыл башынан Башҡортостанда 230-ҙан ашыу янғын осрағы теркәлгән. Унда 11 кешенең ғүмере өҙөлгән. Былтырғы ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда был һан 46% юғары. Ҡотҡарыу хеҙмәте халыҡты уяу һәм иғтибарлы булырға, өйҙәге электр линиялары торошон даими тикшереп, күҙәтеп торорға саҡыра. Сатлама һыуыҡтарҙа электр линияларындағы көсөргәнешлек менән бергә янғын сығыу хәүефе лә арта. Эксперттар мөлкәтте, торлаҡты һәм ғүмерҙе страховкалау кәрәклеге хаҡында лә иҫкәртә.
Гүзәл Борханова



