Уны полиграфия һәм палеография миҫалдары ҡулланып нәшер ителгән иҫке төрки алфавиты тип атарға мөмкин. Баҫманың авторҙарының береһе Дәүләт Йыйылышы-Ҡоротай депутаты Шамил Вәлиев.
Һуңғы 300-400 йыл элекке тарихыбыҙ рус, башҡорт һәм иҫке төрки телендәге архив документтарында һаҡланып ҡалған. Яҙма ҡомартҡыларға ғалимдар тарафынан ғына түгел, ябай уҡыусылар тарафынан да иғтибар ҙур. Яңы китап ошо ихтыяжға яуап булып тора.«Әлифба төрки» китабы ата-бабаларҙың тарихы менән ҡыҙыҡһынған кешеләргә боронғо ҡулъяҙмаларҙы, китаптарҙы уҡыу мөмкинлеге аса. Тарихи документтар, әҙәби мираҫ күптәрҙең һандыҡ төбөндә лә, архивтарҙа ла һаҡлана.




