Был федераль урман хужалығы агентлығы менән системалы эш һөҙөмтәһе, тип хәбәр итә социаль селтәрҙә Республика Башлығы Радий Хәбиров. “Бөгөн урман фондының 5 миллион 700 мең гектары спутник күҙәтеүендә.Уҙған йыл система урман ҡануниәтен боҙоуҙың 71 осрағын асыҡларға ярҙам иткән. Спутниктар барыһын да - рөхсәтһеҙ урман ҡырҡыусыларҙың эшен генә түгел, ҡуртымға алыусылар яғынан ҡағиҙә боҙоуҙарҙы ла теркәй. Декларацияһыҙ эшләү, участкаларҙы үҙ белдегең менән биләү, ваҡыты үткән документтар менән эш итеү - барыһы ла ус төбөндәгеләй күренә. Һәр төрлө хоҡуҡ боҙоуҙарҙы кисекмәҫтән туҡтатабыҙ, ғәйеплеләр яуапҡа тарттырыла”-, тип яҙған Радий Хәбиров.




