Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов махсус хәрби операциянан демобилизацияланған яугирҙар менән осрашты.
Етди һынауҙар аша үткән яугирҙарҙы тыныс тормошҡа ҡайтарыу, уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү төп бурыс. Осрашыу асыҡ аралашыу формаһында барҙы. Төрлө ведомство белгестәре льготалар алыу тәртибе, эшкә урынлашыу, психологик яраҡлашыу тураһында һөйләне һәм ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. «Хан» ҡушаматлы яҡташыбыҙ район хакимиәтенә үҙе хеҙмәт иткән 31-се «Башҡортостан» полкы флагын бүләк итте һәм райондың гуманитар ярҙам ебәреүҙә ҡатнашҡан халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.



