Федоровка районы Динес ауыл биләмәһенә ҡараған Веселовка ауылы урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында ҡатнаша.
Программаға ауыл клубы бинаһына капиталь ремонт уҙғарыу проекты тәҡдим ителгән. Ауылдаштар фекеренсә, авария хәлендәге бинаны ремонтлау өсөн урындағы башланғыстар программаһы иң ҡулай ысул. Мәҙәниәт йорто элек-электән халыҡты берләштереү урыны булып тора. Бында махсус хәрби операцяға ярҙам ойоштороу, күмәк халыҡ ҡатнашлығында мәҙәни-спорт саралары уҙғарыу өсөн дә йыйылалар. Ошонда уҡ махсус хәрби операцияла һәләк булған Геннадий Тарасовҡа иҫтәлекле таҡтаташ та ҡуйылған. Әлеге ваҡытта Веселовка халҡы проектта ҡатнашыу өсөн төрлө саралар ойоштора, конкурсҡа заявка әҙерләй. Ауылдаштар берҙәм һәм бер төптән эш итә.



