Уларҙың дөйөм суммаһы 31 миллиард һумдан ашыу. Был турала республика хөкүмәте ултырышында белдерелде. Премьер-министр Андрей Назаров әйтеүенсә, инвесторҙар аҡса йүнәлтергә әҙер. Башҡортостан илдең иң ҡеүәтле аграр төбәктәренең береһе. Бөгөн Республика агросәнәғәтендә 71 өҫтөнлөклө проект ғәмәлгә ашырыла. Һөҙөмтәлә 7 мең эш урыны булдырылырға тейеш.




