Башҡортостанда ишле ғаиләләр күп. Уларҙың береһе, Өфөнән Новиковтар тураһында Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләр тормошо» рубрикаһында яҙған.
Марина Владимировна урта махсус музыка колледжы уҡытыусыһы, уның тормош иптәше Андрей Петрович геологтан алып нефть компанияһы етәксе вазифаһына тиклем юл үткән. Новиковтарҙың биш балаһы бар. Улар музыка, спорт һәм бейеү менән мауыға, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаттары була, олимпиадаларҙа призлы урындар яулай. Былтыр декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин Новиковтарҙы «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалы менән бүләкләне. 2026 йылдың Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителеүе Новиковтар кеүек республиканың бөтә ишле ғаиләләренә хөрмәт күрһәтеү, тип яҙған республика етәксеһе.



