Башҡортостанда 12 йыл эсендә 9 мең ярымдан ашыу күп фатирлы йортта капиталь ремонт уҙғарылған

Йәшәү шарттарып яҡшыртып. Башҡортостанда 12 йыл эсендә 9 мең ярымдан ашыу күп фатирлы йортта капиталь ремонт уҙғарылған. Был 2055 йылға тиклем билдәләнгән пландың 55 проценты. Әлегә төбәк операторы алдағы йылдарға яңы объекттарҙың техник торошона баһа биреү һәм проект-смета документтары әҙерләү буйынса күләмле эш алып бара. Программала ҡатнашып, йорттарының ҡыйығын, инженер селтәрҙәрен яңыртыуға ирешкән милекселәр менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Надежда Красникова Өфөнөң Тюлькин бульварындағы күп фатирлы йортта уҙған быуаттың 80-cе йылдарынан алып йәшәй. Ҡырҡ йыл элек сафҡа индерелгән объектта капиталь ремонтҡа ихтыяж юғары була. Республика программаһы буйынса лифт, электр тәьминәте системаһы яңыртыла, подъезд заманса төҫ ала.

Былтыр республика программаһы буйынса Башҡортостанда күп фатирлы 692 йорт төҙөкләндерелгән. Ҡайһы бер торлаҡтарҙа һыу, йылытыу системаһы яңыртылһа, икенселәрендә фасад эштәре алып барылған, ҡыйыҡ алмаштырылған. Өфөнөң Черниковская урамы, 3/1 адресы буйынса урынлашҡан йортта йәшәүселәр ҙә хәҙер түбәнән һыу ағыу проблемаһына зарланмай. Торлаҡ файҙаланыу участкаһынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡыйыҡ яңыртыу эштәре ҡыҫҡа ваҡыт эсендә башҡарылған.

Ҡулланыу мөҙҙәте тамамланған лифттарҙы алмаштырыу буйынса ла системалы эш һөҙөмтәһе: Башҡортостан «Лифттар хәүефһеҙлеге» Таможня союзының техник регламентын үтәгән тәүге төбәктәр исемлегенә инде.

Капиталь ремонт, тәү сиратта, халыҡты борсоған күптәнге мәсьәләләрҙе хәл итеп, уларҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Шул уҡ ваҡытта айлыҡ түләүҙәр-ябай ғына сығым түгел, ә киләсәккә инвестиция тигән ҡарашта белгестәр. Фонд нығына икән, тимәк, йылдан-йыл йорттар ҙа күберәк төҙөкләндерелә

Капиталь ремонт башланғандан алып тамамланғансы-фонд халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә. Башҡарылған эштәр ҙә махсус комиссия, шул иҫәптән милекселәр тарафынан ҡабул ителә. Был йәһәттән күп яҡлы контроль ойошторолған. Подрядсы компания тарафынан да гарантиялар бирелә.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ