Башҡортостанда Рәсәй инженер ғәскәрҙәренең 325 йыллығы билдәләнде

«Беҙ түгел икән, бер кем дә!». Бөгөн 325 йыллығын билдәләгән Рәсәй инженер ғәскәрҙәренең девизы шулай яңғырай. Башҡортостан биләмәһендә 12-се Айырым гвардия инженер Кенигсберг-Городок бригадаһы урынлашҡан. Уның хәрбиҙәре Ватанға хеҙмәт итеү өлгөһө булып тора, һәм үҙ бурысын шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ла үтәй. Бөгөн хәрби часта шәхси составты бүләкләү һәм тантаналы митинг үтте. Бер минут тынлыҡ һәм мемориалға сәскә һалыу менән хәрби бурысын үтәп, баштарын һалған бөтә яугирҙар хөрмәтләп иҫкә алынды. Бригаданың ҡуйылған бурыстарҙы өлгөлө үтәүе ил етәкселеге тарафынан да билдәләнә. 2024 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин указ нигеҙендә подразделениеға Жуков орденын тапшырырға ҡарар итә. Награда тантаналы шарттарҙа хәрби байраҡҡа беркетелә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ