Бөрйән районында урындағы башланғыстар программаһы әүҙем бара

Бөрйән районында урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһына ярашлы 12 проектты тормошҡа ашырыу ҡарала. Урындағы башланғыстарҙы хуплау иң халыҡсан һәм һөҙөмтәле программаларҙың береһе. Бөрйәндәр проектта әүҙем ҡатнаша. Былтыр яҡынса 7 миллион һумға 5 проект тормошҡа ашырылған. Быйыл һөҙөмтәләр тағы ла яҡшыраҡ булыр тип көтөлә.

Иң мөһиме халыҡтың ойошҡанлығы, берҙәмлеге һәм тыуған төйәгенең яҙмышына битараф булмауы. Төҙөлөш йәки төҙөкләндерелеү талап ителгән объектты ерле халыҡ үҙе һайлай һәм уны тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Әле ауыл биләмәләрендә конкурс талаптары буйынса документтар әҙерләнә, халыҡ менән осрашыуҙар үткәрелә. Бер юлы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам әҙерләнә. Байназар ауылы хакимиәте башлығы Нуриман Әминев әйтеүенсә, уларҙың биләмәһендә һыу селтәрен ремонтлау планлаштырылған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ