Сәнғәткә хеҙмәт. Шаран район мәҙәниәт йортонда Башҡортостандың халыҡ артисы Фән Вәлиәхмәтовты иҫкә алдылар. Хәтер сараһы күренекле йырсының тыуыуына 75 йыл тулыуға арналды. Ойоштороусылар эстрада йондоҙо рухына ҡорбан салып, халыҡты былау менән һыйланы. Тамашасыларға бай мәҙәни программа тәҡдим ителде. Концерт номерҙары менән Фән Вәлиәхмәтовтың ижадташ дуҫтары, шулай уҡ Шаран, Туймазы, Бәләбәй һәм Йәрмәкәй райондарының үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары сығыш яһаны. Күптәр арабыҙҙан иртә киткән талант эйәһе тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Шарандағы мәҙәни сара йырсының тыуыуына 75 йыл тулыу уңайынан хәтер сараларына старт бирҙе. Артабан концерттар Өфөлә һәм Ҡазанда үтә.




