Башҡортостанда референдум тураһында закон үҙгәртелә


Тейешле ҡанун проекты бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Пленар  ултырышында ҡарала. Унда сит ил агенттарына һәм экстремистик йәки террористик ойошма эшмәкәрлегенә ҡағылышы булған кешеләргә референдумда күҙәтеүсе булыу тыйыла. Күҙәтеүселәр референдум барышында бойондороҡһоҙ һәм объектив контролде тәьмин итергә тейеш.
“Сит ил йоғонтоһона дусар булған йәки законһыҙ эшмәкәрлеккә ҡағылышлы кешеләр референдум һөҙөмтәләрен боҙоп күрһәтеүе мөмкин. Референдум — төп мәсьәләләр буйынса граждандарҙың ихтыярын туранан-тура белдереү ҡоралы”, — тип аңлатма бирҙе Республика парламенты спикеры Константин Толкачев.

Фото №1 - Башҡортостанда референдум тураһында закон үҙгәртелә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ