Граждандар һатып алынған фатирҙарҙың асҡыстарын ваҡытында алырға тейеш, бында төҙөүселәр менән системалы эш алып барыу мөһим. Был турала Владимир Путин хөкүмәт ағзалары менән видеоконференция режимында уҙған кәңәшмәлә белдерҙе. Президент иҫкә төшөрөүенсә, 1 ғинуарҙан Рәсәйҙә фатир асҡыстарын ваҡытында тапшырмаған төҙөүселәр өсөн штрафтарға мораторий бөтөрөлдө. Әгәр компаниялар үҙ йөкләмәләрен үтәүҙе оҙаҡҡа һуҙа икән, торлаҡ һатып алыусылар сығымдарҙы ҡайтара аласаҡ, тип билдәләне ул. Шулай уҡ Владимир Путин хөкүмәткә балалар баҡсаларының, шул иҫәптән ясле төркөмдәренең эшен киске сәғәт 8-гә тиклем оҙайтырға ҡушты. Сөнки ғәмәлдәге график ныҡ иҫкергән һәм ул эшләп йөрөүсе ата-әсәләрҙең ихтыяждарын ҡәнәғәтләндермәй.



