Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ошо көндәрҙә ҡыҙ балаға шылтыратыусы үҙен һатыусы тип таныштыра, тауарҙы килтерер өсөн смс-кодты әйтергә күндерә. Бынан һуң йәнәһе лә дәүләт хеҙмәттәре порталына үтеп инеүҙәре тураһында хәбәр алына, "ҡыҙыу элемтә" һандары күрһәтелә. Бала шул номерға шылтырата, уның ғаиләһенә енәйәт яуаплылығы янауы тураһында хәбәр итәләр, ата-әсәләргә һөйләмәҫкә ҡушалар. Даими әңгәмәләр барышында фатирҙа аҡса һаҡланған ике сейф барлығын асыҡлайҙар, баланың өйҙә яңғыҙ ҡалыуын көтөп аҡсаны тикшереү һылтауы менән курьер ебәрәләр. Бала 3 миллион һум аҡса һаҡланған сейфтарҙы мутлашыусыға биреп сығара.




