Премьер-министр Андрей Назаров раҫлаған документ рәсми мәғлүмәттәр портланда урынлаштырылған. Беренсе кварталда хөкүмәт ултырыштарында милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу барышы, бюджет үтәлеше, гранттар биреү темалары ҡарала. Шулай уҡ агроснәғәт комлексына иғтибар була, тармаҡта яңы бурыстар билдәләнә. Экологияны яҡшыртыу, тарифтар, ташҡынға әҙерлек, медицина ойошмаларын кадрҙар менән тәьмин итеү, күп балалы ғаиләләргә ярҙам йүнәлештәре буйынса ла эш алып барыласаҡ.




