Ауырғазы районы ауылдары урындағы башланғыстар программаһында әүҙем ҡатнаша

Урындарҙа халыҡ башланғыстары хуплана. Ауырғазы районы ауыл биләмәләре урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында әүҙем ҡатнаша. Быйыл унда Нуғаҙаҡ ауыл биләмәһенә ҡараған Үтәймулла ауылында йәшәүселәр ҙә һынау тота. Улар ауыл мәҙәниәт йортона капиталь ремонт үткәрергә ниәтләй.

Район үҙәге Талбазыла йәшәүселәр иһә мосолман һәм христиан зыяраттарын тәртипкә килтереү, кәртәләү тәҡдимен индергән. Халыҡ әүҙемлек күрһәтеп урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында еңеү яуларға иҫәп тота.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ