Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы Рәсәй субъекттарында идара итеү һөҙөмтәлелегенең йыллыҡ рейтингын иғлан итте. Башҡортостан бер нисә күрһәткестең дөйөм үҫеше буйынса 19-сы урындан 12-гә күтәрелеп, позицияларын күпкә яҡшыртты.
Рейтинг сәйәси-идара итеү, социаль һәм финанс-иҡтисад блоктарына бүленгән. Рейтингты төҙөгәндә төбәк башҡарма власының һәм юғары вазифалы кешеләрҙең эшмәкәрлеге баһаланған. Эксперттар билдәләүенсә, республика властары федераль бюджетҡа кире ҡайтарылмай торған финанстар йәлеп итеп төбәк мәнфәғәттәрен һөҙөмтәле хәл итә. Субъекттар етәкселәренең федераль аҡсаларға өлгәшеү һәм уларҙы уңышлы үҙләштереү оҫталығы Радий Хәбировтың идара итеү командаһында билдәләнгән компетентлылыҡтың мөһим күрһәткесе булып тора.
Федераль эксперттар баһаһы буйынса, республика сәнәғәттә һәм ауыл хужалығында юғары инвестиция йәлеп итеүсәнлек күрһәтә. Быға Рәсәй төбәктәре араһында сәнәғәт кластерҙарын булдырыуҙа төбәктең алдынғы позициялары булышлыҡ итә. Иҡтисадҡа инвестициялар күләме 783 миллиард һумдан ашып китә. Башҡортостан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам күрһәтеү буйынса ла лидерҙарҙың береһе. Радий Хәбиров ижтимағи әһәмиәтле проекттар менән шәхсән үҙе етәкселек итә, республика йәмәғәтселеге менән әүҙем аралаша.
Республикала махсус хәрби операция ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 54 ярҙам сараһы ғәмәлдә. Был маҡсатҡа төбәк бюджетынан финанслау ике тапҡырға тиерлек артҡан. 2024 йылда 13 миллиард 400 миллион һум булһа, 2025 йылда 25 миллиард ярым һумға еткән.



