Пилотһыҙ системалар ғәскәрендәге хеҙмәткә контракт төҙөүсе студенттар академик отпускка иҫәп тотоу хоҡуғына эйә. Хәрби хеҙмәттән һуң улар түләүле уҡыуҙан бюджетҡа күсә ала. Был турала республиканың хәрби хеҙмәткә контракт буйынса һайлап алыу пункты етәксеһе Сергей Родинко белдерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әле пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәренә ҡабул итеү башланды. Төбәк уҡыу йорттарында пилотһыҙ осоу аппаратына идара итеү операторы һөнәренә уҡыу мөмкинлеге бар. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.
Һөнәри үҫеш юлында. Өсөнсө курс студенттары пилотһыҙ осоу аппараттарын проектлап ҡоролманы үҙҙәре яһай. Йәштәр пилотһыҙ осоу аппараты деталдәрен макет буйынса төҙөп уҡыу майҙанында һынай. Радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы студенттары транспорт, ауыл хужалығы, сәнәғәт, хәрби һәм башҡа тармаҡтарҙа ҡулланышлы ҡоролма менән идара итеүсе белгестәр булып сыға.
Колледжда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Рәсәй тимер юлдары, төрлө ҡеүәтле предприятиелар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырған. Был бәйләнеш студенттарға практик белем алыуҙан тыш, киләсәктә эшкә урынлашыу мөмкинлеге бирә. Колледж ҡарамағында ир-егеттәр пилотһыҙ осоу аппаратына идара итеүсе операторға уҡый ала. Алғы һыҙыҡта был техника ярҙамы баһалап бөткөһөҙ ти яугирҙар.
Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәренә ҡабул итеү башланды. Контракт бер йылға төҙөлә, артабан уны өҙөргә йәки яңыһын төҙөргә мөмкин. Һуңғы осраҡта хәрбиҙең һөнәре һаҡлана-уны үҙенең ризалығынан тыш башҡа ғәскәргә күсереп булмай. Хеҙмәт яу һыҙығынан алыҫта атҡарыла. Пилотһыҙ осоу аппараттарын һөҙөмтәле ҡулланған өсөн 50 мең һумдан ярты миллион һумға тиклем түләүҙәр ҡаралған. Контрактты 18 йәштән 45 йәшкә тиклемге ир-егеттәр төҙөй ала.
Ф.Миһранова



