Республиканан сит илгә 15 мең тонна ауыл хужалығы продукцияһы оҙатылған. Экспортҡа оҙатылыр алдынан рапс майы лабораторияларҙа етди тикшереү үтә. Белгестәр әйтеүенсә, сеймалдың сифатын күҙәтеү сәсеүлектәрҙә үк башлана. Россельхознадзор белгестәре юғары килемле культуралар үҫкән майҙандарға ла сыға. Ҡытай рапс майын тәү сиратта туҡланыуҙа файҙаланыу өсөн һатып ала. Шуға күрә продукцияның сифатына ҙур иғтибар бирә. Лаборатория белгестәре былтыр ғына 1675 партия продукция тикшергән.



