Ике аҙналыҡ ялдан һуң сираттағы яугирҙар төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Йәнә алғы һыҙыҡҡа. Ике аҙналыҡ ялдан һуң сираттағы яугирҙар төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды.

Һалдаттар ғаиләләре, балалары менән бергә ял иткән, йорт эштәрендә ярҙамлашҡан, мәктәп уҡыусылары алдында батырлыҡ дәрестәре уҙғарған. Тыуған ерҙән көс туплап, малай-ҡыҙҙарҙан йылы йөкмәткеле хаттар, яуҙаштарына ғаиләләренән исемле посылкалар алып Донбасҡа алғы һыҙыҡҡа юл тота. Яугирҙарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән подполковник Альберт Ғилманов тәбрикләне, яуаплы хеҙмәттә уңыштар, тыуған яҡҡа имен-һау Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Һалдаттар махсус хәрби операция биләмәһенә Республика Башлығы тарафынан бүленгән уңайлы автобустарҙа бара. Юлда барышлай уларға иптәштәре лә ҡушыла.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ