Ишембайҙың «Благодарим» ирекмәндәре алғы һыҙыҡҡа дронға ҡаршы япмалар оҙата

Ишембай ҡалаһының «Благодарим» ирекмәндәр хәрәкәте гуманитар ылау ебәрелгән һайын йөҙҙән ашыу дронға ҡаршы һаҡланыу саралары оҙата. Алғы һыҙыҡта тепловизорҙан һаҡлаусы япмаға ихтыяж юғары. Улар яугирҙарҙың ғүмерҙәрен ҡотҡарыуға ла булышлыҡ итә. Хәйриә эшен уңышлы алып барған ирекмәндәр менән беҙҙең ижади төркөм аралашты. БЮТ хәбәрсееһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Ишембайҙан Әлмира Шәрәфетдинова махсус хәрби операция башланыу менән гуманитар ярҙам йыйыуға ҡушылып, үҙенең эргәһендә илленән ашыу ирекмәнде берләштергән. Цехтағы эш сменаларға бүлеп башҡарыла. Маскировка селтәрҙәре үреүҙән тыш, дронға ҡаршы япмалар, еүешләнмәй торған мендәрҙәр тегеү ойошторолған, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек тә әҙерләнә. Ирекмәндәр араһында хаҡлы ялдағылар күп, өлкәндәр үҙ миҫалында тылдағы хеҙмәтте уңышлы алып бара.

Надежда Григорьевна Погадаева ирекмәнлек хәрәкәтенә тәүге көндәрҙә үк ҡушылды. Уға 89 йәш. Көн һайын килә. Теген машинаһын да еңел генә үҙләштерҙе. Ҙур рәхмәт Һеҙгә. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ.

Әлмира Шәрәфетдинова, ирекмән

Ирекмәндәр хәрәкәте гуманитар ярҙамға егерменән ашыу төр әйбер әҙерләй. Материалдарҙы һатып алыуға мәрхәмәтле кешеләр ярҙам итә. Эшмәкәрлек барышында алғы һыҙыҡҡа меңдән ашыу маскировка селтәре оҙатылған. Шулай уҡ яугирҙарҙан дронға ҡаршы япмаларға ла заявка күп килә.

Яңыраҡ ирекмәндәр яугирҙарҙың ғүмерен һаҡлаусы яңы төр япма ла әҙерләй башлаған. Ҡала емереклектәрен хәтерләткән маскировка селтәрен үреү өсөн пенопласт ҡулланыла. Материал менән төҙөлөш магазиндары ярҙам итә.

Әлегә алғы һыҙыҡҡа ошондай ике япма эшләп оҙаттыҡ. Уларҙы беҙ ысын кирбесҡа оҡшатып буяныҡ. Уны эшләү еңел түгел, ваҡыт кәрәк, бер япманы ғына өс көн эшләнек.

Әлмира Шәрәфетдинова, ирекмән

Ирекмәндәрҙең эше урындағы хакимиәт һәм ветеран ойошмаларының рәхмәт хаттары менән дә билдәләнгән. Цехта ғына түгел, өй шарттарында ла улар тылдағы хеҙмәтте алып бара.

Изге эшкә ҡушылыусылар сафы көндән-көн тулылана, ирекмәндәрҙең теләктәре лә уртаҡ-яҡташ яугирҙарға ныҡлы терәк булыу.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ