Баймаҡ районында махсус операция яугиры Салауат Ишҡыуатов иҫтәлегенә ат сабышы үтте

Геройҙы хөрмәтләп. Баймаҡ районы Үрге Яйыҡбай ауылында 30-ға яҡын һыбайлы махсус хәрби операция яугиры Салауат Ишҡыуатов иҫтәлегенә ойошторолған ат сабышында ҡатнашты. Ентекләберәк, киләһе яҙмала.

Вәсилә һәм Марат Ишҡыуатовтар үҙҙәренең берҙән-бер улдары, махсус хәрби операция геройы хөрмәтенә ат сабышы ойошторҙо. Ниғәмәт, 2-се Этҡол, Үрге Яйыҡбай һәм Түбәнге Яйыҡбай ауылдарынан килгән 29 һыбайлы өс заезда ҡатнашты. Ат сабыштары бик ҡыҙыу һәм көсөргәнешле барҙы.

Балалар өсөн дә арҡан тартышыу, тоҡ кейеп йүгереү кеүек ярыштар ойошторолдо. Ишҡыуатовтар сараға йыйылған халыҡты эҫе былау һәм сәй менән һыйланы.

Салауат Ишҡыуатовтың исеме мәңгелеккә Башҡортостан һәм Рәсәй тарихына яҙылған. Өлөшләтәмобилизацияға эләккән штурмовик Авдеевкалағы ҡаты алыштарҙа батырҙарса һәләк була. Ул беҙҙең заман геройы, батырлыҡ өлгөһө.

Рүзилә Ғүмәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ