Башҡортостанда «Гос Старт» йәш дәүләт хеҙмәткәрҙәре форумы үтте

Ҡоро отчеттар заманы үтте. Уның урынына йәнле аралашыу, фекер алышыу. Был турала Радий Хәбиров «Патриот» паркында үткән йәш дәүләт хеҙмәткәрҙәре форумында белдерҙе. «Гос Старт» тип исемләнгән йыйында тотош республиканан 250 белгес ҡатнашты. Бөгөн форумдың йомғаҡлау көнө үтте.

Башҡортостан башлығы әйтеүенсә, власть һөҙөмтәлелеге-республика халҡы мәнфәғәте өсөн башҡарылған аныҡ эштәр. Һәр кимәлдәге дәүләт хеҙмәткәре халыҡҡа һәм илгә хеҙмәт итеүҙе төп маҡсат итеп ҡуйырға тейеш. Шуға күрә эш урынын йыш алмаштырыусыларға шикле ҡараштамын, тине Радий ХӘбиров.

Республика етәкселеге дәүләт хеҙмәтенең кадрҙар потенциалын яңыртыу һәм нығытыу буйынса эҙмә эҙлекле эш алып бара. Йәш белгестәр һәм махсус хәрби операция ветерандарына айырыуса иғтибар. Тап халыҡҡа яҡын кешеләрҙең эшләүе власҡа ҡарата ышаныс уята һәм мәсьәләләрҙе күпкә тиҙерәк хәл итеү мөмкинлеге бирә. Форумда ҡатнашыусылар ике көн дауамында был сифаттарҙы тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәрә алды.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ