Александр Бабаков Радий Хәбировтың эшен юғары баһаланы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт думаһы рәйесе урынбаҫары, «Ғәҙел Рәсәй» партияһының беренсе урынбаҫары, өҫтәл теннисы федерацияһы президенты Александр Бабаков менән осрашты. Көн тәртибендә яҡтар Башҡортостан менән Рәсәй парламенты хеҙмәттәшлеге, төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше һәм спорт йүнәлешендә уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бәйле һорауҙарға туҡталды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеү һорауҙары иғтибар үҙәгендә булды. Александр Бабаков төбәк башлығы Радий Хәбировтың һөҙөмтәле эшен юғары баһаланы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ