Өфөләге Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йорто Башҡортостандың мәҙәни үҙәгенә әйләнеүе ихтимал

Өфөләге Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йорто Башҡортостандың мәҙәни үҙәгенә әйләнеүе ихтимал. Республика башлығы Радий Хәбиров учреждение эшмәкәрлеге менән танышып, үҙәкте яңыртыу мөһимлеген белдерҙе. 1970 йылда төҙөлгән бинала ҙур һәм бәләкәй тамаша залдары, фотогалерея, тауыш яҙҙырыу студияһы һәм китапхана урынлашҡан. Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Алмас Әмиров билдәләүенсә, был стеналарҙа йәш таланттар билдәле актерҙар менән эшләп, тәжрибәһен арттыра.

Майҙансыҡта репетициялар үтә, оҫталыҡ дәрестәре, артистар, режиссерҙар һәм драматургтар менән осрашыуҙар ойошторола. Төбәк йәмәғәт ойошмаһы ҡарамағында бөгөн республиканың 13 театр коллективы эшләй, берҙәм көс менән күләмле фестивалдәр, мәғариф саралары уҙғарыла. Һәләтле йәштәр өсөн премия ла булдырылған. Радий Хәбиров менән осрашыу барышында Актерҙар йортон комплекслы яңыртыу буйынса пландар ҡаралды.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ