Мөрәжәғәт итеүселәрҙең 12 меңдән күберәге үҫмерҙәр.Шулай уҡ ата-әсәләр психологик ярҙам һораған. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, 1 мең 300-гә яҡын мөрәжәғәт ғаиләләрҙә йәберләүгә бәйле булған. Балаларҙың ышаныс телефонына, 8-800-2000-122, йә 124 һандарына бушлай тәүлек әйләнәһе шылтыратырға мөмкин.




