Республикала милексенең шәхси ҡатнашлығынан тыш күсемһеҙ милек килешеүҙәрен тыйыу осраҡтары ике ярым тапҡырға артҡан. Росреестр мәғлүмәттәренә ярашлы, 91 мең кеше ошо турала белгертеп ғариза яҙған. Бындай сикләүҙәр закон нигеҙендә ҡаралған һәм мутлашыусыларҙан һаҡланыу сараһы булараҡ ҡулланыла. Ғариза яҙыу менән күсемһеҙ милектең дәүләт реестрында тейешле билдәләр ҡуйыла.



