Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Юлай Рәхимов башланғысы менән ойошторолдо. «Әр-Рәхим» ҡушматлы яугир 2023 йылда үҙ теләге менән Ватан һағына баҫа. Бер йылға яҡын ут эсендә йөрөп ҡайтҡандан һуң тыуған мәктәбендә илһөйәрлек үҙәге асыу теләге уяна. Директор менән кәңәшләшкәндән һуң элекке башланғыс хәрби әҙерлек класы төҙөкләндерелә, мебель һатып алына. Бында Бөйөк Ватан һуғышы, Афған, Төньяҡ Кавказ һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн айырым мөйөш булдырыла. Юлай Ситдыҡ улы һалдат макеты өсөн үҙенең бронежилеты менән каскаһын тапшырған.



