Пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеүселәр хәрби подразделениеларҙың яңы төрө. Уға яугирҙар былтыр октябрҙән алып туплана. Теләге булғандар өсөн «Черемушки» шифаханаһы базаһында асылған пунктта уҡытыу ойошторола. Контракт бер йылға төҙөлә, ошо срок үткәндән һуң хәрби хеҙмәтте туҡтатырға мөмкин. Пилотһыҙ ғәскәрҙәр сафына 18-ҙән 45 йәшкә тиклемге граждандар инә ала. Белгестәр әйтеүенсә, был ғәскәргә бөтәһе лә алынмай. Кешенең заманса технологияларҙы үҙәлштереү һәләте булырға тейеш. Яңы подразделениеға шулай уҡ пилотһыҙ осоу аппараттарын хеҙмәтләндереүсе һәм программалар яҙыусы белгестәр талап ителә.



