«Ағиҙел» хоккейсыһы Елизавета Дубей ҡатын-ҡыҙҙар лигаһында тәүге лакросс-гол индерҙе

Өфөнөң «Ағиҙел» клубынан Елизавета Дубей ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы тарихында лакросс-гол индергән беренсе уйынсы булды. Даими чемпионаттың сираттағы турында Башҡортостан командаһы Мәскәү өлкәһенең «Торнадо» клубы менән өсөнсө тапҡыр осрашты. 22-се минутта Елизавета Дубей «Лакросс»стилендә, йәғни шайбайны сәкәненең бөгөлөнә һалып уңышҡа иреште. Әлегә тиклем бындай оҫталыҡ менән бер хоккейсы ҡатын-ҡыҙ ҙа маҡтана алмай ине. Әйткәндәй, был осрашыуҙа «Ағиҙел» ҡыҙҙары 3-4 иҫәбе менән отолдо.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда «Салауат Юлаев» клубы уйынсыһы Данил Алалыкин да лакросс-гол хужаһы булды. «Лада» ҡапҡаһына индергән был шайбаны һөжүмсе йәшәләй генә арабыҙҙан киткән Родион Әмировҡа бағышланы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ