Башҡортостан Тарифтар буйынса дәүләт комитетының ошо турала тейешле проекты бар. “Башавтотранс” акционерҙар йәмғиәтенә ҡараған һәм ҡала маршруттары буйынса хәрәкәт иткән авобустарҙа билет хаҡы 46 һум була. “Алға” транспорт картаһы менән иҫәпләшеү 42 һумға төшә. Муниципаль маршруттарға ла билет хаҡы арта. “2024 йылдан алып беренсе тапҡыр индексация яһайбыҙ. Тарифтарҙың үҙгәреүе инфляция, яғыулыҡ, запас өлөштәргә һәм ремонтҡа хаҡ күтәрелеү менән бәйле. Илдең бик күп төбәктәрендә йәмәғәт транспортына билет ҡиммәтләнде. Мәҫәлән, Ҡазанда ул 46, Новосибирскиҙа - 45, Краснодарҙа - 51, Силәбелә 44 һум”, - тип белдерҙе Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.




