Улар эшкәртелгән пластиктан яһалған. Бындай урындыҡтарҙы эшләү өсөн 405 килограмм пластмасса ҡулланылған. Әле Непейцев дендропаркында төҙөкләндереүҙең беренсе этабы тамамланған. Биләмәне тәртипкә килтереүгә 70 миллион һум бүленә. Эштәр 1 майға теүәлләнергә тейеш, тип хәбәр итәләр баш ҡала хакимиәтенән. Непейцев дендропаркына 1811 йылда Осип Непейцев нигеҙ һала. Биләмә 1965 йылда тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителә.




