Росреестр иҫкәртә: кадастр документтары электрон форматта ғына ҡабул ителәсәк

Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һәм ҡайһы бер коммерция булмаған ойошмалар кадастр иҫәбенә документтарҙы тик электрон форматта ғына бирергә бурыслы. Был үҙгәреш баҡсасылыҡ, гараждар, торлаҡ кооперативтарына һәм торлаҡ милекселәре ширҡәттәренә ҡағыла. Быға тиклем мәғлүмәтте ҡағыҙ документтар менән дә бирергә мөмкин ине. Яңылыҡ 1 марттан ғәмәлгә инә һәм Росреестар хеҙмәткәрҙәре әленән үк был эште хәстәрләй башларға кәңәш итә.

Һанлы форматҡа күсеү заявкаларҙы эшкәртеү ваҡытын күпкә тиҙләтә. Хаталар ҙа кәмейәсәк, документтарҙың асыҡлығын да тәьмин итә. Шуға күрә ойошмаларға яңы ҡағиҙәләрҙе алдан уҡ өйрәнеп ҡуйырға тәҡдим итәбеҙ.

Наталья Шаһиева, Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ