Төҙөкләндереү, инфраструктураны үҫтереү, йәмәғәт саралары өсөн урындар булдырыу. Баймаҡ районы халҡы үҙҙәренең проекттары менән йәнә урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһына ҡушылды. Тулыраҡ, киләһе яҙмала.
Үҙәк һыу менән тәьмин итеү, һис шикһеҙ, уңайлылыҡ, сөнки был осраҡта һыу ҡәтғитаҙартыу һәм сифат буйынса тикшереү үтә. Шуға күрә Баймаҡтың Көньяҡ урамындайәшәүселәрҙең инициативалы төркөмө һыу үткәргес төҙөү проектын әүҙем тормошҡаашырырға ниәтләй.
Ҡала халҡының урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында ҡатнашыуы уларҙыңтормошон уңайлыраҡ итергә ынтылыуын күрһәтә.
Ауыл халҡы ла әүҙемлек күрһәтә. Ярат ауыл биләмәһе быйыл янғын хәүефһеҙлеге техникаһынһаҡлау өсөн йылы гараж булдырыу мәсъәләһе күтәрелде. Ошо киҫкен мәсьәләне хәлитеү маҡсатында урындағы халыҡ менән дөйөм йыйылыштар үтеп, эштәр башланған. Иҫке Сибай ауылы халҡы урындағы балалар баҡсаһындасантехника һәм аш-һыу бүлмәһе ҡорамалдарын алмаштырыу буйынса проект эшләне.
Рүзилә Ғүмәрова



