Әле иман йортоноң стеналары күтәрелгән, ҡыйығы ябылып манараһы күтәрелгән. Изге башланғысҡа урындағы халыҡ ҡына түгел, сит тарафтарҙа йәшәгән яҡташтар, бағыусылар ҙа дәррәү ҡушылған. Берәүҙәр аҡсалата, икенселәр төҙөлөш материалдары, техника, ҡул көсө менән ярҙам итә. Ураҙа Ғәйетендә мәсеттә тәүге аҙан тауышы яңғырар тип көтөлә.
Бинаға инженер селтәрҙәр үткәрелеп, бүлмәләре бүленгәндән һуң биҙәкләү эштәре башлана. Өмәләрҙә йәше лә, олоһо ла әүҙем ҡатнаша. Мәсеткә урындағы халыҡ данлыҡлы яҡташтары, полк муллаһы иҫтәлегенә «Әмерхан» тип исем бирергә ҡарар иткән



