Туризм инфраструктураһы үҫеше һөҙөмтәһе: Башҡортостанда йылдан-йыл ял итеүселәр һаны арта

Туризм инфраструктураһы үҫеше һөҙөмтәһе: Башҡортостанда йылдан-йыл ял итеүселәр һаны арта. Былтыр республика Рәсәйҙең туристик йәлеп итеүсәнлек рейтингында 9-сы урынға күтәрелде. Башҡортостан ил кимәлендә ваҡиғалар туризмы төбәге булараҡ та танылыу алды. Властарҙың иғтибарын һәм ярҙамын күреп, эшҡыуарҙар глемпингтар, кэмпингтар аса. Юл буйы сервисында яңы объекттар сафҡа индерелә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Думаһының профилле комитеттары етәкселәре һәм туризм индустрияһы вәкилдәре менән осрашыуында был йүнәлештә эштәрҙең системаға һалыныуын, артабан да дауам итәсәген белдерҙе. Конкурентлыҡты һаҡлау өсөн тармаҡты үҫтереү, инвестициялар йәлеп итеү мотлаҡ.

Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар Башҡортостанда тормошҡа ашырылған туризм өлкәһендәге проекттар менән танышты. Яңы трендтар һәм заман туристары өсөн мөһим булған һорауҙарҙы ҡараны. Хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү, туризм йүнәлештәрен байытыу, ил кимәленә күләмле проекттар менән сығыу тәҡдимдәре яңғыраны.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ