1225 урынға иҫәпләнгән мәғариф учреждениеһы баш ҡалала иң ҙур мәктәптәрҙең береһе һанала. Миловка урамындағы объект «Мәғарифты үҫтереү» дәүләт программаһы буйынса төҙөлгән. Заманса бинала бөтә кабинеттар ҙа интерактив таҡталар менән йыһазландырылған, Интернет үткәрелгән. Йылдам үҫешкән микрорайонда сафҡа ингән белем усағында уҡыусыларға барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылған. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.
Яңы мәктәптә тәүге дәрес. 5-се класс уҡыусылары заманса уҡыу кабинетында белем үҙләштерә. Затон биҫтәһендә асылған мәғариф үҙәгендә малай-ҡыҙҙарға уҡыу, ижади түңәрәктәрҙә һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырылған.
1225 урынға иҫәпләнгән мәғариф учреждениеһында һәр класс сифатлы мебель менән йыһазландрылған. Химия, физика дәрестәрендә уҡыусылар лабораторияла шөғөлләнә ала. Хеҙмәт дәресендә ҡул эштәре, ағас оҫталығына өйрәнеү өсөн эш ҡоралдары ла бар.
Дүрт ҡатлы бинала малай-ҡыҙҙар өсөн иркен ашхана, яҡты кабинеттар, спорт залы, медицина үҙәге, ижади түңәрәктәр классы, китапхана, тамашасылар залы, музей ҡаралған. Педагогтар, балалар, ата-әсәләр көтөп алған объект йылдам үҫешкән Затон биләмәһендә урынлашҡан, шуға ла мәктәп күп ғаиләләр өсөн ҙур бүләк.
Ф.Миһранова



