Республикала 60 йәштән өлкәндәр өсөн проект 2024 йылдан алып уҙғарыла. Былтыр программа конкурста ҡатнашып Өфө ҡалаһы башлығы грантын отҡан. Сираттағы төркөмдә иллегә яҡын оло быуын кешеһе иҫәпләнә.
Хәйриә проекты буйынса спикерҙар аҙнаһына ике тапҡыр лекция уҡый, оҫталыҡ дәрестәре уҙғара. Оло быуын өсөн ҡыҙыҡлы һәм фәһемле темалар һайланған. Быға тиклем курстарҙы 150 тирәһе кеше тыңлаған. Киләһе, бишенсе төркөм көҙ айҙарына ҡаралған, уға яҙылыу йәй асылыр тип көтөлә.



