Тамашаға төбәктең Ишбулды ауылы радио хеҙмәткәрҙәре ойошторған «Атайсалға изге эштәр» конкурсында еңеү яулауҙары сәбәпсе булды. Ике көнлөк ижади сәфәр барышында юлдаштар шулай уҡ урындағы «Ахай» хоккей командаһы менән иптәштәрсә матч та уҙғарҙы. Сара махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Ишбулды ауылы ир-егеттәре иҫтәлегенә арналды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
«Юлдаш» радиоһы эфирындағы кеүек өс сәғәтлек программа Ишбулды ауылы мәҙәниәт йортонда гөрләне. Мауыҡтырғыс уйындар, музыкаль күстәнәстәр менән бергә, сәхнәнән туған-тыумасаларға, күршеләргә ҡотлау сәләмдәре лә еткерелде.
«Теге өсәү»ҙең икәүһе алып барған сараға халыҡ башҡа ауылдарҙан да йыйылды. Клуб эскәмйәләре етмәгәндәр ултырғыстарҙы өйҙәренән тотоп килде. Алма төшөрлөк тә урын булмаған сара һәр кемдә дәрт уятты, онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Концерт программаһы өсөн тап Ишбулды һайланыуы осраҡлы түгел. Улар радио каналы ойошторған «Атайсалға изге эштәр» конкурсында еңеү яулаған. Бар яҡлап та өлгөлө ауыл халҡына юлдаштар махсус концерт менән килеүҙән тыш, конькиға ла баҫырға тура килде.
Тап Ишбулды, йә иһә халыҡ телендә йөрөтөлгән Ахай ауылында йәшәүселәр берҙәм көс менән хоккей майҙансығын булдырыуға өлгәшкән.
Хоккей, ғөмүмән, әбйәлилдәр өсөн ят спорт уйыны түгел. Ҡасандыр ҡыш йылға-күлдәрҙә сәкән һуҡҡан ир-егеттәр бөгөн хоккей коробкалары булған ауылдарҙа шөғөлләнә. Был йәһәттән, Ишбулды ауылындағы майҙан да төнгә сәғәттәргә тиклем буш торғаны юҡ.
Микрофон артында эшләгән алып барыусылар турнирҙа ла һынатманы. Ишбулды ауылының «Ахай» хоккей командаһы менән уҙғарылған иптәштәрсә матчта дуҫлыҡ еңде.
Әйткәндәй, хоккей-әбйәлилдәр өсөн ҡыш ҡына түгел, миҙгел әйләнәһенә барған уйын. Улар йыш ҡына күрше Магнитогорск ҡалаһына ҡаршы уйынға ла сыға. Хатта, Әбйәлил ауылдарында ойошторолған айырым командалар ҙа бар. Шуға ла районда боҙ һарайы эшләнә ҡалһа, ил кимәлендә танытырлыҡ спортсылар үҫеп сығырына өмөт ҙур.
Ә инде турнир үҙе төнгө ун икенсе яртыға тиклем дауам итте. 35 градус һыуыҡта ла боҙ иретерлек көсөргәнешле ярышта Атауҙы ауылы командаһы беренсе урын яуланы.
Азат Ғәлиуллин



