Ошондай ҡушаматлы яугир 2023 йылдан махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә. Ул ишле ғаилә башлығы, 6 бала атаһы. Өлкән улына – 11 йәш, иң бәләкәй ҡыҙына - 2 ай. Хәрби тураһында Ишембай ҡала хакимиәте хәбәр итә. Яугирҙы ҡала етәксеһе Азат Ишемғолов бүләкләгән. “Бәхетле”нең фронтта күрһәткән ҡыйыулығы “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән дә баһаланған. Яҡташыбыҙ Херсон йүнәлешендә алыша. Республика ир-егеттәрен Ҡораллы көстәр сафына баҫырға саҡыралар. Тулыраҡ мәғлүмәт менән башбат нөктә рф сайтында танышырға мөмкин. Шулай уҡ 122 телефоны буйынса шылтыратырға була.




