“Сакура” ҡушаматлы шәфҡәт туташы наградаға лайыҡ булған

Ҡыйыу Бишбүләк ҡыҙы тураһында район хакимиәте сайтында мәғлүмәт донъя күргән. Сакура 3 йыл самаһы хәрби хеҙмәттә. Яралы һалдаттарға ярҙам күрһәтә. Яңыраҡ уға “Һәләк булып барыусыларҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалы тапшырылған. Был уның икенсе дәүләт бүләге. Яҡташтарыбыҙ ҙа илдең Ҡораллы көстәре сафына баҫа ала. Бының өсөн Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәт менән башбат нөктә рф сайтында танышырға мөмкин. Шулай уҡ 122 телефоны буйынса шылтыратырға була. Республикала яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә 50-нән ашыу ярҙам сараһы ҡаралған.

Фото №1 - “Сакура” ҡушаматлы шәфҡәт туташы наградаға лайыҡ булған
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ