Биләмәлә ҡотороу ауырыуы сығанағы асыҡланған. Тейешле Указға Башҡортостан башлығы ҡул ҡуйған. Документҡа ярашлы, ауылдағы шәхси хужалыҡта вирус табылған. Ауылдың бөтә биләмәһе тотороҡһоҙ тип билдәләнгән. Ветеринария буйынса дәүләт комитетына сир сәбәптәрен асыҡлау, инфекция сығанағын юҡ итеү бурысы йөкмәтелә. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Указ үтәлешен контролдә тота. Сикләүҙәр карантин алынғанға тиклем ғәмәлдә була.




