Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Балтик флоты командующийы Сергей Липилин Өфөлә яугир Владислав Бочаровтың ата-әсәһенә Рәсәй Геройы йондоҙон тапшырҙы. Ул президент указы менән үлгәндән һуң юғары наградаға күрһәтелде. - Герой беҙҙең арала үҫте. Белореттың 8-се мәктәбен алтын миҙалға тамамланды. Рязань десант училищеһында уҡыны. Рота командиры урынбаҫары. Ул үҙенең яугирҙары өсөн үрнәк булды, тине Радий Хәбиров. Бөгөн шулай уҡ яугирҙар - Руслан Юлдашев, Фәрит Ғабделбаянов, Сергей Медведев һәм Шамил Тимербаев иҫкә алынды. Уларҙың Ҡаһарманлыҡ ордендары яҡындарына тапшырылды.




