Был турала республика Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә үткән кәңәшмәлә билдәләнде. Быйылғы уҡыу йылында мәғариф учреждениеларында 500 меңдән ашыу уҡыусы белем ала. Башланғыс класстар, шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар, ишле аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары бушлай туҡланыу менән тәьмин телгән. Матди-техник базаны нығытыу сиктәрендә туҡланыуҙы ойоштороусылар тарафынан 43 аҙыҡ-түлек блогы ремонтланған, ярымфабрикаттар, икмәк ризыҡтары һәм кондитер изделиелары сығарыу буйынса 5 производство майҙансығы булдырылған.



