Башҡортостан йәмәғәтселеге оло юғалтыу кисерҙе. Өфөлә 96-сы йәшендә Башҡортостан ветерандар советының элекке рәйесе Марат Муллағәләмовтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны.
Марат Сабит улы 1930 йылдың 7 ноябрендә Белорет районы Сермән ауылында тыуған. Өфө дәүләт авиация университетын тамамлағандан һуң Өфө мотрҙар эшләү берекмәһендә инженер-механик булып эшләй. 1962 йылдан алып партия эше менән шөғөләнә, халыҡ депутаттарының Стәрлетамаҡ ҡала советы рәйесе, БАССР-ҙың министрҙар советы рәйесе урынбаҫары була. 1986 йылдан «Башнефть» акционерҙар компанияһы директоры урынбаҫары вазифаһын башҡара. 20 йылға яҡын Башҡортостан ветерандар советын етәкләй. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Салауат Юлаев, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Почет билдәһе, Еңеүгә индергән өлөшө өсөн ордендары һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Марат Сабит улы менән хушлашыу иртәгә 28 ғинуарҙа Өфөлә, Цветочная урамы 2/3 адресы буйынса үтә.



