Быйылдан Рәсәйҙә аграр колледждарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән «Агропрофессионалитет» программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Конкурсҡа илдең 18 төбәгенән 18 проект һайлап алынған. Икәүһе Башҡортостандан. Улар иҫәбендә Баймаҡтың Зәкәриә Аҡназаров исемендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы ла бар.
Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында уҡыу йылыҡыҙыу бара. Уҡытыусылар һәм оҫталар иҡтисадтың аграр секторынына талап ителгәнһөнәр эйәләрен әҙерләй.
Белем биреү кимәлен күтәреү өсөн колледж «Агропрофессионалитет» программаһында ҡатнаша. Был агросәнәғәт комплексында заманса йәш белгестәр үҫтереүгәйүнәлтелгән федераль проект. Яңыпрограмма «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проектысиктәрендә булдырылған.
Гранттың финанс ярҙамына уҡыу йортоноң инфраструктураһынһәм ҡорамалдарын, матди-техник базаны яңыртырға, белем биреү программаларыняҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.
Рүзилә Ғүмәрова



