Республика балалар дауаханаһы табиптары ваҡытынан алда тыуған игеҙәктәрҙе стационар шартарҙа ҡарап тейешле ауырлыҡҡа еткерҙе. Яңы тыуған сабыйҙар санавиация менән Мәсетле районынан килтерелгән. Башта уларҙың ауырлығы 1 кг 800 грамм була. Әммә табиптарҙың тырышлығы менән сабыйҙар күҙгә күренеп үҫә башлай. Аҙна аҙағында улар дауахананан әсәләре менән бергә өйҙәренә ҡайтасаҡ. Етлекмәй тыуған сабыйҙарҙы тәрбиәләү һәм медицна хеҙмәтләндереүе нисек ойошторолған? Был хаҡта БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
София бер аҙ көйһөҙләнә башлауы була, әсәһе уны шунда уҡ икенсе яғына әйләндереп һала. Бер килограмм һигеҙ йөҙ грамм булып тыуған игеҙәк ҡыҙҙар ҡупшы һәм бәләкәс ҡурсаҡтарҙы хәтерләтә.
Ваҡытынан алда тыуған сабыйҙар махсус тәрбиә талап итә. Бүлмәләр һәм ҡорамалдар даими дезинфекциялана. Бында туғандарҙың килеүе сикләнгән, бүлеккә алмаш аяҡ кейеме һәм халат менән генә инергә мөмкин. Шәфҡәт туташтары Ләйсән Флорид ҡыҙын игеҙәктәр менән аралашыу ысулдарына ла өйрәткән. Хәйер, игеҙәк балалар тыуыуы Әминевтар өсөн яңылыҡ түгел. Ҡатындың атаһы яҡлап игеҙәктәр бар.
Бүлектә былтыр республиканың төрлө мөйәштәренән 300 ашыу етлекмәй тыуған бала аяҡҡа баҫтырылған.Һәр бала неонатолог һәм шәфҡәт туташтары күҙәтеүендә. Температураны үлсәү, йөрәк тибешен һәм тын алыуҙы контролдә тотоу,тире ҡатламының төҫөн һәм дөйөм тонусын баһалау даими үткәрелә.Был мәғлүмәттәр барыһы ла индивидуаль үҫеш карталарында теркәлә. Яһалма туҡландырыу ҙа табип тәғәйенләгән дозалар һәм туҡландырыу графигына ярашлы башҡарыла.
Сабыйҙар һаулығы оптималь температура һәм дымлылыҡ булған тыныс шарттарҙа иркен палаталарҙа күҙәтелә. Бүлмәләрҙә тәбиғи көндөҙгө яҡтылыҡҡа тартым йомшаҡ ут ҡулланыла. Бәпестәрҙе бутамаҫ өсөн һәр береһенең ҡулына исемдәре яҙылған беләҙектәр бәйләнгән.
Республика клиник баллар дауаханаһында игеҙәктәрҙе тәрбиәләү тулы хәстәрлек, хәүефһеҙлеккә ҡоролған. Табиптар һәм шәфҡәт туташтары сабыйҙар сәләмәт үҫһен, ә ата-әсәләр һәр этапта ярҙам тойһон өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй.
Гүзәл Борханова



