Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы урындағы башланғыстар программаһы буйынса МТЗ тракторы алырға ниәтләй

Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл биләмәһе йыл һайын урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнаша. Уның ярҙамында байтаҡ эштәр башҡарыла, атап әйткәндә һыу башняһы һатып алынған, зыяраттар ҡоймаһы яңыртылған, мәҙәниәт йорто тәҙрәләре алмаштырылған. Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы халҡы быйыл да программала ҡатнашып МТЗ тракторы алырға ниәтләй. Йыйылышта ҡатнашыусылар был башланғысты бер тауыштан хупланы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ